Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр һаны артыуы ҡыуандыра. Уларҙың күбеһендә 3-5-әр бала үҫә.
Ә бына Благовещен районының Бедеева Поляна ауылында ғүмер итеүсе Анатолий һәм Ольга Фатеевтар ғаиләһендә быйыл туғыҙынсы балалары донъяға килгән, Стәрлетамаҡ районынан Елена һәм Андрей Негодиндар ғаиләһендә - 11-се сабый.
Бәхетле атай менән әсәй бала тыуыуын Оло Ҡуғанаҡ ауылында теркәгән. Негодиндарҙың һигеҙ улы һәм өс ҡыҙы бар хәҙер. Ғаилә күп итеп мал-тыуар аҫрай, ҙур хужалыҡ тота.
Водитель булып эшләгән атай кеше күп ваҡытын юлда үткәрә. Ул алыҫ сәфәрҙәрҙән балаларын һағынып ҡайтып етә. Ун беренсе сабыйын да атай көтөп алған, тиҙәр.