Йәйғор
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ноябрь 2019, 15:45

Иглин районы үҫмеренең һәләк булыуында кем ғәйепле?

Иглин районы үҫмеренең һәләк булыуында кем ғәйепле?

Баш ҡала дауаханаларының береһе реанимацияһында 16 йәшлек Иглин районы үҫмере Анатолий һәләк булды.
Ул һирәк һәм ҡурҡыныс сир менән ауырыған. Был сир - II типтағы мукополисахаридоз, йәки, икенсе төрлө әйткәндә, Хантер синдромы тип атала, ундай кешеләрҙең токсиндары тәбиғи юл менән сығарылмай, ә организмда туплана.
Хантер синдромы менән сирләгәндәрҙең хәлен яҡшыртыу өсөн бөтә донъяла ни бары бер генә дарыу бар, ул “Elaprase” тип атала һәм АҠШ-та ғына етештерелә. Бер йыллыҡ дауаланыу курсы 350 мең доллар тора, тип хәбәр итә «Башҡортостан» гәзите.
Туғыҙ йыл элек биш баланы ошо препарат менән тәьмин итеү тураһында суд ҡарары ҡабул ителә. Араларында Анатолий ҙа була. Ә 2010 йылға тиклем республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, дарыуҙың өйрәнелмәүе һәм тәьҫиренең файҙаһы клиник яҡтан иҫбатланмауы сәбәпле, балаларҙы уның менән бушлай тәьмин итеүҙән баш тартҡан була.
"Тик сирлеләр яҡлы булған суд ҡарары ике йыл дауамында үтәлмәй. Балалар ошо ваҡытта дауа көттө һәм хәлдәре күп тапҡырға хөртәйҙе", – ти "Хантер-синдром" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Элеонора Романова.
Суд тартҡылашыуҙары дауам иткән саҡта балаларҙың хәле ысынлап насарая, төрлө документ ығы-зығыһы ваҡытты һуҙа ғына. Бер бала 2016 йылда бронхит менән сирләп вафат була.
Анатолийға дарыуҙы ни бары 2012 йылда бирә башлайҙар. Ә бының өсөн баланы Иглин районының төпкөл ауылынан йөрөтөргә тура килә. Ата-әсәнең бындай мөмкинлеге булмай, һәм фактик яҡтан улар ғүмер өсөн мөһим дауаланыуҙан баш тарта...
Читайте нас: