Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ноябрь 2019, 12:00

Байлыҡтан да икмәк ҡәҙерле

Ҙур хөрмәткә лайыҡ ризыҡ

"Икмәк - барыһына ла баш!" - ти халыҡ мәҡәле. Хаҡ һүҙҙәр: ысынлап та, ниндәй генә тәмле аш - һыу булмаһын, икмәкһеҙ уның тәме лә, йәме лә юҡ.
Элек - электән Ер йөҙөндә йәшәгән барса халыҡ икмәккә ҙур хөрмәт менән ҡараған, иген үҫтергән ауыл хужалығы эшсәндәренең дә фиҙакәр хеҙмәтен хөрмәт иткән. Тап ошо хаҡта Благовещен ҡалаһының 11 - се һанлы "Якорек" балалар баҡсаһының "Теремок" төркөмө тәрбиәләнеүселәре йәнле әңгәмә ҡорҙо.
Йөкмәткеле уҙған дәрестә тәрбиәселәре уларға икмәктең хаҡын билдәләп булмауы тураһында әйтте. Бер ус бойҙайҙың алтын киҫәгенән дә ҡиммәтерәк булыуын, уның - йәшәү нигеҙе икәнен дә төшөндөрҙө. Тирен түккән икмәк үҫтереүсе, артабан бойҙайҙан он эшләнеп, унан күпереп торған икмәк бешереүсе кеүек һөнәр эйәләренән дә кәрәклерәк һәм ҡәҙерлерәк кеше юҡтыр. Ошоларҙың барыһын да үҙ эсенә алған был тема халыҡ мәҡәлдәре, әйтемдәр, шиғырҙар аша ла, стенаға эленгән картиналарҙа ла сағылды.
Дәрес аҙағында балалар тәрбиәселәре менән аҙыҡ - түлек магазинының икмәк ризыҡтары бүлегенә сәйәхәт итте. Төрлө ондан - бойҙай, арыш, ҡарабойҙай, кукуруздан бешерелгән күп төрлө икмәк сорттары менән ихлас танышты улар. Тәмле - татлы, төрлө эслекле пирог, булка, ҡабартма,пирожныйҙар ҙа малай - ҡыҙҙарҙың иғтибарын йәлеп итте.
Хуш еҫле, ҡабарып бешкән икмәктең ни тиклем ҡәҙерле икәнен аңлаған балалар уны артабан да һаҡларға һәм хөрмәт итергә кәрәклегенә төшөндө.
Читайте нас: