Йыл һайын Рабиғел әүүәл айының 12 - се көнөндә мосолман донъяһында ҙур тантана - Мәүлит байрамы үткәрелә, ә 11 -се кисе Мәүлит кисе булып тора. Ислам донъяһында Мәүлит байрамы Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙҙең тыуған көнө булараҡ билдәләнә.
Мосолмандар араһында ҙурлап үткәрелә торған был байрам Благовещен ҡалаһының "Таңсулпан" мәсетендә лә ойошҡанлы уҙҙы.
- Аллаһтың Рәсүле Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тормошо бөтөн иманлыларҙан иманлы булыуы менән айырылып тора. Бындай юғары сифаттарға эйә булған кешене һәр ваҡыт иҫкә алып тороу - мосолмандың төп фарызы.Был изге кешенең тормош юлы, ҡылған барса яҡшылыҡтары һәр беребеҙгә мәғлүм, - тине үҙ вәғәзендә имам - ахунд Ринат Кирәев.
"Таңсулпан" мәсетендә уҙған Мәүлит кисендә Рәйлә Фәйзуллина, Венера Кирәева, Зәмзәмиә Асҡарова апайҙар тарафынан аяттар, мөнәжәттәр уҡылды, вәғәздәр әйтелде. Мәсеткә килгән һәр дин ҡәрҙәшебеҙ салауат әйтте, хәйер ҙә бирҙе. Динебеҙгә, халҡыбыҙға иман, нур ҡайтһын өсөн атҡарылған изге эштәрҙән һуң барыһы ла бергәләшеп тәмле сәй табынына йыйылды.
- Киләһе йылдарҙа ла был байрамды билдәләп торорға яҙһын.Иҫәнлектә тағы осрашырға насип итһен, - тип теләне мосолман ҡәрҙәштәребеҙ.