Йәйғор
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ноябрь 2019, 14:05

Кешене йоҡлағанда фотоға төшөрһәң, уның һаҡсы фәрештәһе ҡаса

Шулай уҡ ул яҙмышҡа йоғонто яһай...

Бигерәк тә йәш ата-әсәләр балаларын йоҡлаған ваҡытта фотоға төшөрөргә яраталар.
Ә биоэнергетиктар иҫәпләүенсә, фото яҙмышҡа йоғонто яһай, шуның өсөн дә уға еңел-елпе ҡарарға ярамай.
Белгестәр фекере буйынса, кеше менән уның фотоһы араһында бәйләнеш бик ҙур. Ә йоҡлаған ваҡытта йән тәндән айырыла, энергетика көсһөҙләнә. Ошо мәлдә кеше тышҡы тәьҫир көсөнә ҡаршы тора алмай. Был ҡиәфәттәге фото насар уйлы әҙәмгә барып эләкһә, уға күҙ тейергә, ауырыуға һабашырға мөмкин икән.
Дини кешеләрҙең фекере лә биоэнергетиктарҙыҡы менән ауаздаш: кеше йоҡлағанда яҡлауһыҙ ҡала, шуға күрә бүтән сит тәьҫиргә бирешеп барыусан. Ололар әйтеүенсә, кешене йоҡлағанда фотоға төшөрһәң, уның һаҡсы фәрештәһе ҡаса.
Был тыйыуҙы медицина күҙлегенән дә аңлатып була. Кешенең йоҡоһо тәрән һәм еңелсә булырға мөмкин. Ныҡ йоҡлағандары фотоаппараттың шылт иткән тауышына ҡапыл уянып, ныҡ ҡурҡыуы, ҡото осоуы ихтимал, хатта был хәлдең йөрәк өйәнәгенә тиклем еткереүе ихтимал.
Ә иң мөһиме һәм дөрөҫө, моғайын, этик яғына иғтибар итергәлер: йоҡлағанда кеше үҙенең хәрәкәттәренә, мимикаһына хужа була алмай, шулай уҡ быға рөхсәт тә бирмәй, тимәк, берәү ҙә уның шәхси биләмәһен боҙа алмай, тип хәбәр ителә "Башҡортостан" гәзите сайтында.
Читайте нас: