“Алпамыша” хеҙмәткәрҙәре балаларҙың ялын сағыу һәм йөкмәткеле үткәреү өсөн күп көс һала. Күптән түгел бында малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн интеллектуаль уйын ойошторолдо.
Уйында ҡатнашыусылар ике командаға бүленеп, "Буталсыҡ", "Артығын тап!" һәм "Иң оҙон һүҙ төҙө!" бәйгеләрендә зирәклектә көс һынаштылар.
Балалар саранан бик күп файҙалы яңы мәғлүмәт алды.
Еңеүселәргә дәртләндереү приздары тапшырылды.