Благовещен арматура заводының ҡорос ҡойоу цехында 15 тонна газ һыйҙырышлы заманса термик мейес сафҡа инде.
Быға тиклем дизель яғыулығында эшләгән мейес иҡтисади яҡтан бик ҡыйбатҡа төшә ине. Эш мәлендә ул йылыны 200 градусҡа тиклем тарҡатһа, ә яңыһына ни бары 5 градуста етә. Иҡтисади яҡтан бик отошло, заманса алты горелкаһы булған был итальян мейесенән сыҡҡан йылылыҡ һаҡланып, кире ҡайтарылыу мөмкинлегенә лә эйә. Ошондай яҡшы сифатлы мейесте ҡулланыу йылына 5 миллион һум аҡсаны ла экономиялай.
- Һуңғы йылдарҙа иҫке мейес бик насар эшләне. Горелкаға йыйылған һөрөм арҡаһында ул йыш һүнеп тә йонсота ине. Ә яңыһының эшләүе ер менән күк араһы. Бөтә донъя стандарттарына яуап биргән мейестә ҡойолмаларҙы термик эшкәртеү технологияһын күҙәтеп барыу өсөн махсус автоматик комплекс та уның составына ингән, - тип һөйләне ҡорамалдар сифаты буйынса инженер Денис Коновалов.
Сит илдәр, Рәсәй ҡорамалдарын һатып алған, уны производствола теләп ҡулланған завод етәкселәре үҙҙәре етештергән продукцияһының сифатын да арттырыр, ҡулланыусы ихтияжын да ҡәнәғәтләндерер.Заман менән бергә атлау ике яҡ өсөн дә берҙәй отошло булыр.