Өлкән быуын кешеләре, мөмкинлектәре сикләнгәндәр, һаулығы ҡаҡшағандар һәр саҡ күңел йылыһына, беҙҙең мәрхәмәтлелеккә мохтаж.Нуриман үҙәк мәҙәниәт йортонда “Рыцарҙар һәм принцессалар бал”ына үҙенсәлекле балалар саҡырылғайны.Ҡояш балалары өсөн ойошторолған мастер - кластар, ярыштар, төрлө уйындар йәнле үтте. Рыцарҙар һәм принцессалар үҙҙәренең һөнәрҙәрен, оҫталыҡтарын күрһәтте. Йырлап, бейеп күңел асты.Зал шат йөҙҙәр, күңелле балалар тауыштары менән тулды.Изге ниәт менән ойошторолған был байрам уңышлы үтте.