Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2019, 10:20

Йөҙ йыллыҡ тарихлы мәктәп

Иглин районы Иҫке-Ҡыбау ауылы мәктәбе быйыл бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй

Тарихсы Фаиль Тикеев ошо ваҡиғаға арнап китап сығарҙы. Баҫма уҡыу йортоноң тарихы тураһында ғына һөйләмәй, бында ауылдың үткәне, Ҡыбау башҡорт ырыуының яҙмышы тураһында ла һүҙ бара.
Китапта мәктәп етәкселәре, педагогтар, уҡытыусылар династиялары тураһында мәғлүмәт тупланған. Техник персонал да ситтә ҡалмаған.
Башҡа бик күп уҡыу йорттары кеүек Иҫке Ҡыбау мәктәбе лә үҙенең уҡыусылары менән лайыҡлы ғорурлана. Китап биттәрендә улар тураһында ла бай мәғлүмәт бирелгән. Билдәле кешеләр араһында
профессор, халыҡ-ара педагогик һәм социаль фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Данис Солтан улы Тикеев айырым иғтибарға лайыҡ. Район үҙәгендәге 4-се һанлы мәктәп ғалимдың исемен йөрөтә.
Китап ҙур күләмле һәм мауыҡтырғыс килеп сыҡҡан. Уны яҙыуҙа мәктәптең хәҙерге уҡытыусылар коллективы авторға ҙур ярҙам күрһәтә - мәғлүмәттәр, фотолар бирә.
Читайте нас: