Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь 2019, 10:00

Шишмәләр - Ҡыҙыл Шишмәлә

Кеше организмы өсөн файҙалы булған салаттар, аш, бутҡа төрҙәре, йәшәү өсөн кәрәкле микроэлементтар хаҡында уҡыусылар кәрәкле мәғлүмәттәр алды

Зауыҡ менән биҙәлгән аш өҫтәле ҡунаҡтарҙың кәйефен дә, күңелен дә күтәреү мөмкинлегенә эйә, ул хужабикәнән ҙур оҫталыҡ талап итә.Ҡыҙыл Шишмә урта дөйөм белем биреү мәктәбенең ашханаһында Шишмә туҡландырыу комбинатының хеҙмәткәрҙәре уҡыусылар менән осрашыу үткәрҙе. Ашнаҡсылар үҙҙәре һайлаған һөнәр үҙенсәлектәре менән таныштырҙы.​Кеше организмы өсөн файҙалы булған салаттар, аш, бутҡа төрҙәре, йәшәү өсөн кәрәкле микроэлементтар хаҡында уҡыусылар кәрәкле мәғлүмәттәр алды. Байрам өҫтәлен биҙәү буйынса үткәрелгән мастер - класс балалар өсөн файҙалы булды.​Осрашыу мәктәптең профориентация буйынса эш планына ярашлы ойошторолдо.
Читайте нас: