Хаҡлы ялға киткәндәрҙең һәр береһе килеп сыҡҡан ваҡыт бушлығын үҙенсә тулыландырырға тырыша. Берәүҙәр ҡул эштәре менән мауыға башлай, икенселәр аҡса эшләү юлдарын эҙләй, өсөнсөләр сәйәхәт итә.Нуриман районы етәкселеге хаҡлы ялдағыларға әленән - әле мауыҡтырғыс саралар ойоштороп тора.15 ноябрҙә ветерандар араһында үткән спорт фестивалендә ауыл биләмәләренән 10 команда ҡатнашты. Физик көс, оһоллоҡ, тапҡырлыҡ, аҡыл талап иткән ярыш төрҙәрендә ирҙәр һәм ҡатын - ҡыҙҙар араһында еңеүселәр билдәләнде. Сафина Зөлфә ( Байгилде ), Хәйруллин Рафаҡ ( Яңы Күл), Яхина Земфира ( Ҡыҙыл Шишмә), Шакиров Ринат ( Ҡыҙылъяр ), Әхмәтйәнова Зәлиҙә ( Иҫке Исай), Ғәзизов Хәмзә ( Байгилде ), Вершинин Николай ( Ҡыҙылъяр ), Ризуанова Клара ( Ҡыҙылъяр), Мөхәмәтов Ислам (Байгилде) спорт төрҙәре буйынса беренселек яулап, маҡтау ҡағыҙҙарына, бүләктәргә лайыҡ булды.Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Байгилде ауыл биләмәһе беренсе, Яңы Субайҙар икенсе, Яңы Күл коллективы өсөнсө урынға сыҡты.