Бәләкәй һәм урта эшҡыуауарлыҡты үҫтереү өсөн республика етәкселеге кәрәкле шарттар булдырыу өҫтөндә даими эшләй.
Нуриман районы администрацияһында үткәрелгән эшҡыуарлыҡ сәғәтендә Ҡыҙылъяр ауылында юл яны кафеһы төҙөү һәм Саруа ауылында ҡортсолоҡ хужалығын үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды.
Был проекттар буйынса бизнес - пландар район халҡының мәшғүллек Үҙәгенең конкурс комиссияһына тапшырылған һәм эшҡыуарлыҡты башлап ебәреү өсөн субсидиялар ( “стартап”) алыуға йүнәлтелгән.
Район башлығы А.Р. Носратуллин эшҡыуарҙарға төрлө яҡлап тейешле ярҙам күрһәтергә ҡушты.