Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2019, 12:00

Бөтмәҫ байлыҡ - әсә булыуҙа

Һөйөклө, ҡәҙерле кешеләр

Донъялағы иң ҡәҙерле, иң ғәзиз кеше - Әсәй! Ошо ҡыҫҡа ғына һүҙ менән баланың теле асыла. Ҡояшҡа тиң әсәйҙәр ҡыҙ - улдарын үҙенең йылы, яҡты нурҙары менән йылыта.
Мин дә үҙемдең яҙмамда Благовещендағы төрлө өлкәләрҙә тырышып эшләгән, ғаиләһен хәстәрләгән, һау - сәләмәт, тәртипле балалар үҫтергән әсәйҙәр тураһында һөйләргә булдым.
Балтас районының да, ата - әсәһенең дә матур, тәртипле ҡыҙы булған Әлфинә Әлфрит ҡыҙы Әхмәҙуллина байтаҡ йылдар Благовещендағы дауаханала участка терапевы булып эшләй. Ул эшләгән коллектив, дауаланыусылар ҙа яғымлы, мөләйем табипты хөрмәт итә. Ире Эдуард менән ике ул үҫтергән Әлфинәнең көткән донъяһы ла көйлө.Икеһе лә тырыш йәштәр үҙ йортон төҙөп ингән, хужалыҡ эштәрендә лә бергәләр. Яйы сыҡҡан һайын Әхмәҙуллиндар ауылға ҡайта, ата - әсәләре, туғандары менән яҡын аралаша. Туғанлыҡтың мөһим булыуын балаларына ла ныҡлап төшөндөрә улар.
Райондың Иҫке Илек ауылында тыуып үҫкән, бөгөн тыуған мәктәбендә татар теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡан уҡытыусы Альбина Ғәсимйән ҡыҙы Сәмиғуллинаны күптәр яҡшы белә. Уҡыусыларының, ҡыҙы менән улының да күңелендә туған теленә берҙәй тәрән һөйөү тәрбиәләгән, уның нескәлектәренә төшөндөргән, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауға өндәгән хөрмәтле уҡытыусы, яғымлы, иғтибарлы әсәй ҙә ул.
Ғаиләһе менән бергә йыйылып, аралашырға яратҡан Сәмиғуллиндарҙың донъяһы ҡотло, өйө нурлы, өҫтәле мул, күңеле киң. Ғаилә байрамдарында ла улар бер - береһен шатландырып, көтөлмәгән бүләктәр бирә.
Һәләтле, йыр - моңға ғашиҡ - Алина, Ангелина, Азалия Айһылыу менән Геннадий Уручук ғаиләһендә мөхәббәттән яралып, яҡты донъяға килгән бәхетле ҡыҙҙар. Шәхси эшҡыуар булған әсәһенең уңған ҡыҙҙары уға һәр эштә ярҙамлаша. Улар өй эштәрен бүлешеп башҡара. Кәңәшләшеп эшләгәс, ваҡытында өй ҙә йыйыштырыла, һауыт - һаба ла йыуыла, ашарға ла бешерелә. Кескәй Азалияны ла апалары теләп ҡараша.Барса эштәрҙән һуң ҡыҙҙар ғаилә ағзалары менән сәй табынына йыйылып, матур итеп һөйләшеп, яңылыҡтары менән уртаҡлаша. Ейәнсәрҙәрен өҙөлөп яратҡан Фәнғил олатаһы менән Рима өләсәһенә, хәстәрлекле ата - әсәһенә Алина, Ангелина уҡыуҙағы уңыштарын, сәнғәт өлкәһендәге еңеүҙәрен дә һөйләй. Яндарында ултырған кескәй Азалия ла бик отҡор. Ул да шуҡ апайҙарынан күҙен дә алмай, күп нәмәгә өйрәнә.
Бәхет йәшәгән был йортта өс быуын вәкилдәре - өләсәй, әсәй, ейәнсәрҙәр ғүмеренең иң ҡәҙерле минуттарын бергә кисереп,ҡәҙерен белеп, шөкөр итеп йәшәй.
Бала нисә генә йәштә булһа ла, уға әсәй кәрәк. Шуға күрә, беҙ уларҙы рәнйетмәйек, йөрәктәренә ут һалмай ғына, ҡәҙерләйек!!!
Читайте нас: