Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2019, 14:00

Изге әсә лә ул

Ғаиләһендә ул һөйөклө ҡатын, хәстәрлекле әсәй һәм өләсәй

​“Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул, йәм биреүсе, йән биреүсе Ватанға...” Күптәребеҙгә билдәле был йыр юлдары, әйтерһең дә, Нуриман үҙәк китапхана хеҙмәткәре Ғәлиә Ғаззали ҡыҙы Сабирова тураһында.
Район халҡы уны уңған китапханасы тип кенә түгел, ә йыр оҫтаһы тип тә белә. Йырсы булараҡ ул республика моң яратыусыларына ла күптән таныш.
“Дуҫлыҡ моңо”, “Оҙон көй”, “Башҡорт һандуғасы”, Рим Хәсәнов йырҙарын башҡарыусыларҙың республика конкурстарында ҙур уңыштарға ирешкән Ғәлиә Ғаззали ҡыҙының алған Маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдары бихисап. Әүҙем концерт эшмәкәрлеге, юғары башҡарыу оҫталығы өсөн Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән дә бүләкләнгән ул.
Әлеге көндә ул “Ҡатын ҡыҙ – милләт әсәһе” республика бәйгеһендә ҡатнашыу өсөн әҙерлек алып бара.“Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең, район администрацияһы янындағы терминология комиссияһының әүҙем ағзаһы. Берҙәм дәүләт имтихандары барышының йәмәғәт күҙәтеүсеһе лә ул.
Ғаиләһендә ул һөйөклө ҡатын, хәстәрлекле әсәй һәм өләсәй. Балалары һәм ейәндәре өсөн өҙөлөп тора.Ә бешергән аштары телеңде йоторлоҡ!
Ғәлиә Ғаззали ҡыҙына һәр саҡ уңыштар йылмайыуын теләйбеҙ һәм Әсәләр көнө менән ҡотлайбыҙ.
Читайте нас: