Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь 2019, 10:45

Республика кимәлендә өсөнсөләр

Берҙәм командаға - призлы урын

Благовещен арматура заводы акционер йәмғиәтенең ҡатын - ҡыҙҙар командаһы Ағиҙел ҡалаһында уҙған "Матурлыҡ". "Грация"."Идеал" республика ҡатын - ҡыҙҙар спорты фестивалендә ҡатнашып, призлы 3 - сө урын яуланы.
Спортты үҙ иткән завод хеҙмәткәрҙәре - Анастасия Коваленко, Ольга Надеева, Вероника Луговая, Людмила Төхвәтуллиналар бөтә төр спорт ярыштарында әүҙемлек, берҙәмлек, таҫыллыҡ күрһәтеп, команданы призлы урынға сығарҙы. Райондың һәм тыуған заводының данын республика кимәлендә яҡлаған спортсы ҡыҙҙарҙы оло еңеүе менән тәбрикләйбеҙ.
Читайте нас: