Киләсәктә илебеҙ өсөн файҙалы кеше, яҡшы белгес булырҙай йәштәр Благовещендағы күп профилле һөнәри колледжда уҡый.
Студент саҡтың, йәшлектең иң дәртле, мауыҡтырғыс мәлен кисергән йәштәр уҡытыусы ролен башҡарып, үҙидара көнөн уҙғарҙы. Дәрескә әҙерләнгәндә бар һәләтен, оҫталығын эшкә еккән студенттар математика, рус теле, ритмика, рәсемдән уҡытыусыларына дәрес бирҙе.
Колледждың дөйөм сараһында ҡатнашҡан уның директоры Вячеслав Геннадьевич Шадрин беренсе курстарға студент билеттарын тапшырҙы. Ойошҡанлы уҙған сара һәр кемде бергә тупланы. Был көндө йәштәр, ысынлап та рәхәтләнеп күңел асты : йырланы, бейене, төрлө конкурстарҙа ҡатнашты.