Йәйғор
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь 2019, 11:10

Һуғыш тураһында йырҙар яңғыраны

Район мәҙәниәт йортонда 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арнлған «Ватанды данлайбыҙ» хәрби-патриотик йырҙар смотр-конкурс уҙғарылды

Ижад аренаһында 125 йәш артист - балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары көс һынашты.
Сәхнәнән һуғыш йылдары музыкаһы һәм йырҙары яңғыраны. Балаларҙың күкрәгенә тағылған Георгий таҫмалары, ҡыҙҙар һәм малайҙар өҫтөндәге килешле хәрби формалар сараға тағы ла тантана өҫтәне.
Сығыш яһаусылары ҡарарға килгән тамашасылар зал тултырып ултырҙы.
Жюри конкурсанттарҙың сығышын 7 йәшкә тиклем, 7 - 11, 12 - 14, 15 -17 йәш категориялары буйынса баһаланы. Үҙ категорияларында еңеүселәр: "Ҡояшҡай" вокал ансамбле (Иглин 3-се һанлы балалар баҡсаһы, етәксеһе А. Р. Шәмсетдинова), "Йәйғор"вокал төркөмө (Сыуаш-Ҡыбау ауылы, Т. Г. Йөҙлөкбаева), "Донъяның 8-се мөғжизәһе" вокал төркөмө ("Импульс" мәктәбе, Т. Г. Йөҙлөкбаева ), район үҙәгенең 1-се һанлы мәктәбе ансамбле (А. Л. Дунович).
Солистар араһында 8-се һанлы балалар баҡсаһынан Мария Федей (етәксеһе Р. Р. Целищева), “Импульс” мәктәбенән Софья Скрябина, Даниил Рябов (Т. Г. Йөҙлөкбаева), 4-се һанлы мәктәптән Виктория Чистоступова, Регина Минимуллина (А. С. Хисаметдинова), район балалар ижад йортонан Виктория Набиуллина, Карина Шәмсетдинова (етәксеһе А. Л. Дунович) бәйгенең беренсе дәрәжә лауреаттары булдылар.
Балалар башҡарыуындағы концерт номерҙары һәр кемдең күңеленә хуш килде. Ваҡыты менән өлкәндәрҙең күҙҙрендә ирекһеҙҙән күҙ йәштәре лә йылтыраны. Сара бик оҙаҡҡа һуҙылмаһа ла, сығыштарҙан алған тәьҫораттар күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр.
Читайте нас: