Ҡыҙылъяр үҙәк мәҙәниәт йорто алдында 17 метр бейеклегендәге йәшел шыршы үҙ урынын алды. Оҙаҡламай был майҙанда балаларҙың шат тауыштары яңғырап, уйындар гөрләп торасаҡ.
Шуныһы шатлыҡлы – йәшел ҡупшыҡайҙарҙы әллә ҡайҙан эҙләп ҡайтараһы түгел, Нуриман ере шыршыларға бай төбәк.
Йыл ел тиҙлегендә үтеп тә китте. Яңы йылға бер айҙан саҡ ҡына күберәк ваҡыт ҡалды.