Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ноябрь 2019, 17:00

Тормошҡа ашҡан эштәр

Халыҡ менән берлектә

Благовещен районының Иҫке Надеждин ауыл биләмәһе башлығы Андрей Караваев етәкселегендә ауыл хакимиәтенә ҡараған ауылдарҙа халыҡ өсөн кәрәкле эштәр башҡарыла.
Ошо көндәрҙә ауыл хакимиәте башлығы Ахлыстин халҡы менән осрашты.Етәксе менән халыҡ ауылдың күп яҡлы проблемаларына ҡағылышлы мәсьәләләрҙе күтәреп сығып, юлдарҙы төҙәтеү хаҡында һөйләште.
Иҫке надеждиндар Яңы йылды үткәреүгә лә етди әҙерлек алып бара. Клуб мөдире Надежда Янькова ойоштороуында урамға ҡупшыҡай шыршы ла ҡуйылған, олоһо ла, кесеһе лә иҫтәлеккә фотоға төшөр өсөн ҡыҙыҡлы фотоһүрәт зонаһы ла эшләнгән.
Ғөмүмән, бында урындағы етәкселек халыҡ менән бергә эшләй, уйлай һәм тормошҡа ашыра.
Читайте нас: