Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2019, 13:20

Алда ҙур һынау көтә

Бер - береһе өсөн өҙөлөп торған, араларында һөйөү хистәрен һүндермәгән ғаиләләрҙе пар күгәрсендәр йәки аҡҡоштар менән тиңләйҙәр

Нуриман районында ойошторолған йәш ғаиләләр клубы “Ике йөрәк” исемен йөрөтә. Бындай ойошманың һәр бер район -ҡалала барлыҡҡа килеүе ыңғай күренеш, сөнки йәштәрҙең үҙ - ара һөйләшер һүҙҙәре, уртаҡ фекерҙәре, бер - береһенә әйтер кәңәштәре күп.
Йәш ғаилә клубтары араһында үткәрелгән республика бәйгеһендә нуримандар ҙур еңеүгә өлгәште. Презентация һәм клуб проектын яҡлау этаптарының һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең команда I урынға сыҡты.
Алдағы көндәрҙә Нуриман йәштәре алдында Бөтә Рәсәй йәш клубтар бәйгеһендә республика данын яҡлау бурысы тора.
Читайте нас: