Йәйғор
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2019, 16:30

Бик бәләкәй генә булһа ла, өмөт бар

Балаларҙы ҡотҡарыр өсөн 32 миллион һум самаһы аҡса кәрәк

Үткән аҙнала Мират улым ангина менән ауырып китте. Балам менән төн йоҡоларымды йоҡламай бергә илап үткәрҙем. Бөгөн иртә менән улыҡайым шәп кәйеф менән уянды, минең дә йөрәгем урынына «утырҙы». Һәр әсә балаһы ауырығанды ауыр кисерәлер, ә бына Өфөлә йәшәгән Әлиә менән Венерҙың йөрәктәренең нисек телгеләнеүен күҙ алдына китереүе бик ауыр. Хоҙай уларҙы ярҙамынан ташламаһын...
Уларҙың балалары ҡарап тороуға башҡаларҙан әллә ни айырылмай кеүек. Агатаға – дүрт, Радмирға ике йәш кенә әле. Тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың икеһе лә үлемесле сир менән ауырый. Ғаиләгә балаларын дауалау һәм йәшәтеү өсөн ярҙам кәрәк.
Агатаның сире тураһында ғаилә алдан бер нимә лә белмәй. Өс йәш тирәһендә ул балалар баҡсаһына бара һәм үҙгәрә башлай. Быны ауыр адаптация тип уйлайҙар, тик үҙгәрештәр етдиләнә. Шуҡ бала шым һәм тынысҡа әйләнә. Оялсан булып китә. Һуңғараҡ, бер нөктәгә текәлеп ултыра, иғтибарын юғалта. Ғаилә баланы неврологҡа алып бара. Беренсе диагноз буйынса эпилепсия ҡуялар. Дауаханала ятып сығалар, тик баланың һаулығы тағы ауырлаша. Ҡыҙыҡай атаһы менән әсәһен, ҡустыһын танымай башлай, һөйләшеүҙән туҡтай. Аҙаҡ һул аяғы тыңламай, бер ни тиклем ваҡыт үткәс бала бөтөнләй атламай, арҡаһын да тота алмай, тип яҙа «Башҡортостан».
Инде шул саҡта ғына балаға дөрөҫ диагноз ҡуйыла – ул лейкодистрофия менән сирләй. Шуныһы ҡурҡыныс – был сир нәҫелдән килә. Тимәк уның ҡустыһы ла мотлаҡ шулай уҡ ауырып китәсәк. Ә балаларға ул Әлиә менән Венерҙың ата-әсәһенән күскән. Ғаилә ағзалары ҡатмарлы анализдар тапшыра һәм Радмирҙың да сирләй башлауын асыҡлай.
– Әгәр балаларҙы дауаламаһаң, Агата – ике, Радмир биш йылдан үләсәк. Радмирҙың сире әлегә һиҙелмәй. Тик был ваҡытлыса. Яҡын арала ул да үҫешәсәк һәм апаһының яҙмышын ҡабаталаясаҡ, – ти әсә.
Малайының да оҙаҡламай ныҡлап сирләп китәсәген белгән ата-әсә ваҡытты юғалтмай был сир тураһында өйрәнә, һауығыу юлдарын эҙләй башлай. Бик бәләкәй генә булһа ла, өмөт бар. Берҙән-бер юл, елек күсереп ултыртыу.
Бар ауырлыҡтар башлана ғына. Берҙән, донор табырға кәрәк. Ә был бик ауыр. Ата-әсәнән һәм туғандарынан елек алырға ярамай, сөнки улар йә сирле йә сирҙе йөрөтөүсе. Мөғжизә булып та, донор табылһа, был операциялар үтә ҡиммәт. Мәскәүҙә бындай операциялар башҡарылһа ла, Агатаны унда алмауҙары ихтимал, сөнки уның сире ныҡ аҙған. Ә бына Израилдә ике баланы ла дауаларға ризалар. Әлеге мәлдә ғаиләгә 32 миллион һум самаһы аҡса кәрәк. Был суммаға тикшереү, химия терапияһы, операция, йәшәү, дарыуҙар инәсәк.
Ябай ғына ғаилә өсөн был сумма ныҡ ҙур. Әлиә әле декрет ялында, ире Венер бер үҙе эшләй. Әле Агатаға инвалидлыҡ эшләгәндәр, бының өсөн 12 мең һум аҡса ала башлаясаҡтар. Ире программист, тик уның эш хаҡы менән генә 32 миллион һум йыйып булмаясаҡ.
Ғаилә битараф булмаған кешеләргә мөрәжәғәт итеп ярҙам һорай. Улар социаль селтәрҙәрҙә төркөм булдырып, аҡса йыя. Ике ай эсендә 700 мең һум ғына йыйылған. Аҡсаның яртыһы балаларҙың ҡанын тикшереүгә киткән дә инде.
Ғәлиуллиндар ғаиләһенә ярҙам итергә теләһәгеҙ, “Бәйләнештә”, “Одноклассники” сайттарында уларҙың төркөмдәрен табып, аҡса күсерә алаһығыҙ. Сабыйҙар һауыҡһын тип теләйек! Ата-әсәгә түҙемлек!
Читайте нас: