Йәйғор
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2019, 18:00

Көслө тәьҫирле препараттарҙың исемлеге киңәйтелде

Закон боҙоусыларға һигеҙ йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү һәм 200 мең һумғаса штраф янай

Илдә 1 декабрҙән көслө тәьҫирле препараттарҙың исемлеге киңәйтелде. Уға өс аптека дарыуы өҫтәлде.
Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры Дмитрий Медведев 7 июндә үк тейешле ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылып сыҡты.
Көслө тәьҫир иткән матдәләр исемлеге өс препарат менән тулыланды. Улар – прегабалин, тапентадол һәм тропикамид. Улар йәшәү өсөн кәрәкле дарыуҙар исемлегенә инә, ләкин йыш ҡына наркотиктар булараҡ ҡулланыла.
Башинформ РИА Новости сайтына һылтанма менән хәбәр итеүенсә, хоҡуҡ һаҡлаусылар мәғлүмәттәре буйынса, был дарыуҙар 2013 йылдан популярлыҡ яулай башланы: улар менән сауҙа итеү 20 тапҡырҙан ашыуға артты. Тәүҙә уларҙы мөҙҙәтһеҙ рецептар буйынса һаттылар, ләкин 2015 йылдан бер тапҡыр яҙылған рецептар буйынса ғына бирә башланылар.
Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 234-се «Һатыу маҡсатында көслө тәьҫирле йәки ағыулы матдәләрҙең законһыҙ әйләнеше» статьяһында наркотик йәки психотроп булмаған көслө тәьҫирле йәки ағыулы матдәләрҙе рөхсәтһеҙ әҙерләгән, эшкәрткән, һатып алған, һаҡлаған, ташыған, шулай уҡ законһыҙ һатҡан өсөн яуаплылыҡ ҡаралған. Закон боҙоусыларға һигеҙ йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү һәм 200 мең һумғаса штраф янай.
В России с 1 декабря расширился список сильнодействующих препаратов. В него добавили три аптечных лекарства. Соответствующее постановление еще 7 июня подписал премьер-министр правительства РФ Дмитрий Медведев. Документ размещен на официальном интернет-портале правовой информации.
Список сильнодействующих веществ пополнился тремя препаратами — это прегабалин, тапентадол и тропикамид. Они входят в перечень жизненно необходимых лекарств, но часто используются как наркотики.
Как сообщает РИА Новости, по данным правоохранителей, эти лекарства начали приобретать популярность с 2013 года: торговля ими выросла более чем в 20 раз. Сначала их продавали по бессрочным рецептам, но с 2015 года стали выдавать только по одноразовым рецептам, которые аптека хранит три года.
Статья 234 УК РФ «Незаконный оборот сильнодействующих или ядовитых веществ в целях сбыта» предусматривает ответственность за незаконные изготовление, переработку, приобретение, хранение, перевозку или пересылку для продажи, а также за незаконную продажу сильнодействующих или ядовитых веществ, не являющихся наркотиками или психотропами. Нарушителям грозит наказание в виде срока до восьми лет лишения свободы и штрафа до 200 тысяч рублей.
Читайте нас: