«Алпамыша» үҫмерҙәр спорт клубының «Йәш ғаилә» клубы республика конкурсында II дәрәжә лауреат дипломы менән бүләкләнде. Сараның маҡсаты - ғаилә статусын күтәреү.
Форум сиктәрендә Олег һәм Дилә Садыҡовтарҙың йәш ғаиләһе Иглин “Йәш ғаилә” клубы исеменән сығыш яһаны, презентация үткәрҙе.
Клуб етәксеһе Лия Аликеева « Бәхетле ата-әсәлек» проектын яҡланы. Ул йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм ғаилә ағҙаларының эмоциональ хәлен яҡшыртыуға йүнәлтелгән.
Был проект акушер-гинеколог Илдар Зәйнуллин етәкселегендәге «Табип Зәйнуллин” үҙәге менән берлектә тормошҡа ашырыла.
Белгес «Йәш ғаилә» клубында йөклө ҡатын-ҡыҙҙар менән даими бушлай тренингтар, индивидуаль консультациялар үткәрә.