Был конкурста тулы әҙерлек күрһәткән Удельно Дыуанай ауылы халҡына тиңдәр булманы. Беренсе урынға сыҡҡан был ауыл төрлө юлдар аша эскелеккә, башҡа яман ғәҙәттәргә ҡаршы булғанлығын күрһәтте. Ошо уҡ йүнәлештә күп яҡлы, файҙалы башланғыстарға иғтибар итеп, үҙ эшен етди үтәгән Иҫке Надеждин, Үрге Иҙәк ауыл хакимиәттәренең эше икенсе - өсөнсө урындар менән билдәләнде.Ҡалған ауыл хакимиәттәренең дә тырыш, һөҙөмтәле эше маҡтау ҡағыҙҙары менән тәбрикләнде.