Аккордеон, баян, думбыра, гитара, фортепианола оҫта уйнаған йәш музыканттар күп төрлө музыка моңон балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренә бүләк итте.
Благовещен ҡалаһындағы 16 - сы һанлы "Ысыҡҡай" балалар баҡсаһына ҡаланың сәнғәт мәктәбе уҡыусылары ҡунаҡҡа музыкаль күстәнәс менән килде. Инструменталь музыка концертын яратып ҡараған балалар ағай - апайҙарының һәр сығышын ихлас күңелдән сәпәкәйләне. Ысын артистарҙан һис тә ҡалышмаған музыканттар, ошо уҡ баҡсаға йөрөгән ҡайһы бер балалар өсөн тәрбиәселәре лә оло ғорурлыҡ тойғоларын кисерҙе.