Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2019, 12:30

Яңы объекттар сафҡа инә

​Район администрацияһында үткән сираттағы эшҡыуарлыҡ сәғәтендә өс бизнес - план ҡаралды

Ауылдарҙа ҡалҡып сыҡҡан күркәм өйҙәр, хозур тәбиғәт ҡосағында барлыҡҡа килгән ял итеү йорттары, кешеләрҙе эш менән тәьмин итеүсе хужалыҡ объекттарының сафҡа инеүе Нуриман районының киләсәге өмөтлө булыуына ишара яһай.
​Район администрацияһында үткән сираттағы эшҡыуарлыҡ сәғәтендә өс бизнес - план ҡаралды. Ғариза биреүселәр “Развивайка” исемле белем биреү үҙәген асыу, Ажахта йылғаһы буйында балыҡсылар йорто эшләү, һыра ҡайнатыу заводы һәм уның янында кафе төҙөү тураһында мөрәжәғәт иткәндәр.
​Эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар район етәкселеге тарафынан һәр саҡ хуплау таба.
Читайте нас: