Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2019, 20:00

Эскеселеккә юл ҡуймайыҡ

Әҙәм балаһы ни эшләп эскесегә әйләнә икән?

Был тормоштан бәхет тапмаймы? Киләсәккә ышанысын юғалтҡанмы? Әллә үҙ тәғәйенләнешен бөтөнләй тапмағанмы?.. Ә бит ер йөҙөндәге бөтә тереклектәр араһында кеше – иң көслө зат!
Бөгөн ауылдарыбыҙҙа әкренләп мәсеттәр тергеҙелә. Эскелек тыйыла. Сәләмәт тормош алып барыуға йүнәлтелгән саралар уҙғарылып тора.
Ошо көндәрҙә Нуриман районының “Айыҡ ауыл - 2019” конкурсында ҡатнашыусы Иҫтерек ауылында матур концерт ойошторолдо. Ирекмәндәр ауыл халҡына “Сәләмәт тормош”, “Дөрөҫ туҡланыу”, “Алкоголизмдың зарары” исемле буклеттар таратты.
Ауыл мәсетендә Әнүәр һәм Наил хәҙрәттәр хәмер ҡоллоғонан ҡотолоу юлдарын табыуға арналған әңгәмә ойошторҙо. Ҡөръән сүрәләрен яттан белгән балалар араһында конкурс үткәрҙе.
ФАП бинаһында фельдшер Р. Хажиәхмәтова араҡының зарары тураһында лекция менән сығыш яһаны. Фельдшер Ф. Мешавкинаның фитосәй күргәҙмәһендә ауыл халҡы төрлө үләндәрҙән һәм емеш - еләктәрҙән яһалған сәйҙәр тәмләп ҡараны.
Балалар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы, улар өсөн “Зарница” уйыны ойошторолдо.
Аҙаҡ ауыл халҡы бер ҙур табын артында тәмле былау һәм хуш еҫле сәй менән һыйланды.
Үткән быуат баштарында хәмерҙең ни икәнен дә белмәгән халҡыбыҙ аҡылына ҡайтыр. Бәхетле, мәғәнәле, файҙалы итеп йәшәү серҙәренә төшөнөр...
Читайте нас: