Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2019, 18:55

Хуплау тапҡан башланғыс

Башҡортостан Республикаһы Благовещен районы муниципаль районының Иҫке Надеждин ауыл Советы ауыл биләмәһенең сираттан тыш уҙған дүртенсе ултырышы башҡорт телендә үтте

Ултырышта ҡатнашҡан ун депутат саҡырылған ҡунаҡтар, ауыл хужалығы предприятиеһы, төрлө учреждение - ойошма етәкселәре менән берлектә көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләрҙе ҡараны.
Башҡорт телендә уҙған ултырышта депутаттар ҡарамағына өс мәсьәлә сығарылды. Арҡауыл ауылы старостаһы Миңлеғәлим Мортазин үҙ сығышында быйыл эшләнгән эштәргә туҡталды.
-Район хакимиәте башлығына, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы депутаттары - Рөстәм Мосабировҡа, Эльвира Айытҡоловаға, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаевҡа, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер – министры урынбаҫары Рәйеф Әбдерәхимовҡа мөрәжәғәт иттек. Беҙҙең мөрәжәғәттәрҙән һуң Төрөшлөнән Иҫке Надеждин ауылдарына тиклем юлды ремонтлау өсөн 17 миллион һум аҡса бүленде. Декабрь айында Арҡауыл, Ахлыстин ауылдарына газ үткәреү мәсьәләһе ҡараласаҡ. Киләһе йылда ауыл урамдарына яҡтыртҡыстар ҡуйыу ҙа планлаштырыла,- тип һөйләне ауыл старостаһы.
№ 1 - се һайлау округы депутаты Рәүзиә Мөхәмәтшина Арҡауыл ауылының йөҙ йыллыҡ юбилейын киләһе йылдың 13 июнендә ауыл байрамы форматында уҙғарырға тәҡдим итте. Ауыл хакимиәте башлығы Андрей Аркадьевич Караваев етәкселегендә ауылдаштар менән бергәләп төҙөкләндереү эштәрен ойоштороп: ҡаралмаған емерек йорттарҙың хужаларын табырға, уларҙы һәм элекке фельдшер – акушерлыҡ пункты бинаһын да тәртипкә килтерергә, иң яҡшы ауыл урамын билдәләргә, балалар майҙансығын кәртәләргә кәрәклеген дә билдәләне әүҙем депутат.
Күпләп рус халҡы йәшәгән Иҫке Надеждин ауылында башҡорт телендә уҙған рәсми ултырыш, яҡшы башланғыс йәмәғәтселек тарафынан хуплау тапты.
Читайте нас: