Нуриман оҫталары быйыл фестиваль ҡунаҡтарына кейеҙҙән эшләнгән биҙәүестәр, уйынсыҡтар, ағасҡа көйҙөрөү ысулы менән яһалған һүрәттәр, портреттар ( пирография), лазер ярҙамында эшләнгән биҙәкле ҡумталар, һауыт – һаба өлгөләре һәм төрлө сувенирҙар тәҡдим итә. Сара барышында райондың “Хазина” татар халыҡ йырҙары ансамбле лә ҡатнаша ( етәксеһе – Гүзәлиә Заһертдинова ).