Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Декабрь 2019, 16:50

Алда беҙҙе һигеҙ көн ял көтә

Был көндәр отпусктың календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй

Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына ярашлы, 1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуар – яңы йыл каникулдары, 7 ғинуар – Христос Раштыуаһы – байрам көндәре булып тора, тип иҫкә төшөрә республиканың Хеҙмәт министрлығы.
Киләһе йылда 4 һәм 5 ғинуарҙағы байрам көндәре шәмбегә һәм йәкшәмбегә тура килә. Шуға күрә 4 ғинуарҙағы ял көнө – 4 майға, 5 ғинуарҙағыһы 5 майға күсерелә.
Быйылғы йылдың һуңғы көнөндә эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.
Шулай итеп, биш һәм алты көнлөк эш аҙналарында 2020 йылдың 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7 һәм 8 ғинуары ял һәм байрам көндәре булып тора.
Йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7 һәм 8 ғинуарҙағы байрам көндәре отпусктың календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.
Читайте нас: