Йәйғор
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Декабрь 2019, 10:00

Йәш благовещендарға паспорт тапшырылды

Яңы тормошҡа аяҡ баҫты

Рәсәй Конституцияһы ҡабул ителеүгә 26 йыл тулған көндө Благовещен ҡалаһының 14 йәшлек биш гражданы ҡулдарына мөһим документ - паспорт алды.
- Һеҙ бөгөн ҡулығыҙға паспорт алдығыҙ. Хәҙер тормошта яһаған һәр аҙымығыҙ өсөн үҙегеҙ яуаплы. Шуға ла илебеҙ закондарын теүәл үтәгеҙ. Паспортығыҙҙы күҙ ҡараһылай һаҡлай алған, ысын патриот булығыҙ, - тип теләне Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығының Благовещендағы миграция һорауҙары буйынса бүлексә начальнигы Ангелина Ғәлиева.
Ҡулдарына паспорт алған, ҙур тулҡынланыу кисергән йәштәр ҙә Рәсәй гражданы булыуын дәлилләгән документ алыуына ғорурланыуын йәшермәне.
Читайте нас: