Октябрят, пионер, комсомол ойошмалары совет осоронда йәш быуынды тәрбиәләүсе оло бер мәктәп булды. Ә хәҙерге осорҙа уҡыусы балалар өсөн ниндәй йәмәғәт ойошмалары бар һуң?
Нуриман районы үҙәге Ҡыҙылъяр ауылында йәмәғәт ойошмаларының “Рәсәй һинән башлана!”исемле форумы үтте. Унда 150 - нән ашыу уҡыусы ҡатнашты.
Сараның эше дүрт майҙансыҡта ойошторолдо. Беренсе майҙансыҡ юнармеецтар эшмәкәрлеге менән бәйле ине. Хәрәкәткә яңы ағзалар ҡабул итеүҙе Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәтенең Башҡортостан бүлеге етәксеһе Владимир Сергеевич Волков башҡарҙы. Икенсе майҙансыҡ ирекмәндәр эшмәкәрлегенә арналғайны. Уҡыусы балаларға волонтерҙар хәрәкәте менән танышыу, ойошмаға инеү мөмкинселеге бирелде. Өсөнсө майҙансыҡ “Беҙ хәтер вахтаһын алып барабыҙ!” тип аталды. Форумда ҡатнашыусылар йыл һөҙөмтәләре буйынса йәш эҙәрмәндәр ойошторған күргәҙмә материалдары менән танышты. “Хәүефһеҙлек донъяһына сәйәхәт” исемле майҙансыҡта балалар квест - уйында ҡатнашты. Һәр уҡыусы алдан уйланылған маршрут буйынса бөтә дүрт майҙансыҡтың эшендә лә ҡатнаша алды.
Форумдың уҙғарылыу ваҡыты Рәсәй Конституцияһы көнөнә тап килеү уңайы менән район мәғариф идаралығы етәксеһе Гөлнара Шәкүр ҡыҙы Мырҙаҡаева йәштәре тулғандарға Рәсәй Федерацияһы гражданины паспортын тапшырҙы.