Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Декабрь 2019, 10:30

Һығымта яһар ваҡыт

Йыл буйына ҡылған ғәмәлдәребеҙгә, ирешкән маҡсаттарыбыҙға, үтәлгән эштәребеҙгә һығымта яһар ваҡыт та килеп етте

Сәнғәткә битараф булмағандарҙы һөйөндөргән, тулҡынландырған, төрлө уйҙарға һалған Театр йылы ахырына яҡынлаша. Ошо уңай менән Нуриман районы үҙәк мәҙәниәт йортонда был йылды ябыуға арналған тантаналы сара үтте.
Мәҙәниәт өлкәһендә асыштарға бай, һәүәҫкәр сәнғәт кешеләре өсөн көтөп алынған мәл булды ул Театр йылы. Уҡыусы балалар өсөн үткәрелгән “Тылсымлы һандыҡ”, ауыл биләмәләре араһындағы “Театр шаршауы”, мәҙәниәт учреждениеларын үҙ эсенә алған “Алтын битлек” театр фестивалдәре талантлы балаларҙы, ысын сәнғәт кешеләрен асты. Райондың Сәғит Мифтахов исемендәге халыҡ театры республика кимәлендә уңышлы сығыш яһаны.
Илебеҙ президенты Владимир Путин Указына ярашлы 2020 йыл Хәтер һәм дан йылы итеп иғлан ителде. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ла күп ваҡыт ҡалманы. Һуғыш йылъяҙмаһының тулы тарихы яҙылып бөткән, тип әйтә алабыҙмы? Юҡ, әлбиттә. Әйтәйек, эҙәрмәндәрҙең әүҙем эшмәкәрлеге арҡаһында ғына ла бөгөн күпме хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙың исем - шәрифтәре асыла, уларҙың һөйәктәре тантаналы шарттарҙа тыуған ерҙәре ҡуйынына тапшырыла. Был бер миҫал ғына.
Эҙләнеүҙәр, табыштар осоро алда әле. Йәш быуын үҙ тарихын хөрмәт итеп, ата - бабаларының героик үткәне менән ғорурланып үҫергә тейеш. Быны оноторға ярамай.
Читайте нас: