Йәйғор
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2019, 16:50

Башҡортостанда суррогат һатыу нөктәләре хаҡында мәғлүмәт өсөн аҡса түләргә вәғәҙәләй

Ялған алкоголь һатыу тураһында дөрөҫ мәғлүмәт өсөн аҡсалата бүләк алырға мөмкин

Республика халҡы ялған алоголь һатыусыларына бик йыш зарлана. Береһенең тормош иптәше, икенсеһенең – улы йәки ҡыҙы шуны эсеп ағыулана.
Хәҙер ялған алкоголь һатыу тураһында дөрөҫ мәғлүмәт өсөн аҡсалата бүләк алырға мөмкин. Был хаҡта республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
«Бөгөндән беҙ кешеләрҙең үлеменә сәбәпсе булған ялған спиртлы эсемлектәр менән йәшерен сауҙалағы элмәкте тағы ла нығыраҡ тартабыҙ. Мәғлүмәт еткереүселәргә аҡса түләй башлайбыҙ. Етештереүселәр хаҡында мәғлүмәткә — 50 мең һум, һатыусы тураһында мәғлүмәткә – 2000 мең һум. Йәшеренлекте һәм ғәҙел түләүҙе гарантиялайбыҙ», — тип вәғәҙәләй республика етәксеһе.
Бутлегерҙарға ҡаршы әүҙем көрәш башланғандан алып республикала 115 ғүмер һаҡлап ҡалынған, һигеҙ йәшерен етештереү цехы ябылған һәм 70 мең литрҙан ашыу спиртлы продукция тартып алынған, тип билдәләне Радий Хәбиров.
Башҡортостан башлығы «ҡәбәхәттәр» тураһында «Хәүефһеҙ мөхит» порталында (тәүлек әйләнәһенә) йәки +7 (347) 218-09-87 телефоны буйынса (эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 7-гә тиклем) Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетына хәбәр итергә саҡырҙы.
Вы занете где продают суррогатный алкоголь? За достоверную информацию можете получить внушительное вознаграждение. Об этом на своей странице в соцсетях сообщил глава республики Радий Хабиров.
«С сегодняшнего дня мы еще туже затягиваем петлю на подпольной торговле спиртосодержащими суррогатами, от которых погибают люди. Начинаем платить осведомителям. 50 тысяч рублей — за информацию о производителях, 2000 рублей — за информацию о продавце. Будем гарантировать конфиденциальность и честность по оплате», — обещает руководитель региона.
Радий Хабиров напомнил, что с момента активной борьбы с бутлегерами в республике сохранено 115 жизней, закрыто восемь подпольных цехов производства и изъято более 70 тысяч литров спиртосодержащей продукции.
О «негодяях» глава Башкирии призвал сообщать в Госкомторговли РБ на портале «Безопасная среда» (круглосуточно) и по телефону: +7 (347) 218-09-87 (с 9.00 до 19.00 по будням).
Читайте нас: