Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Декабрь 2019, 11:00

Фотоһүрәткә төшөү зонаһы көтә

Кинәнеп күңел асырға була

Көтөп алған, һағынышлы ҡышыбыҙ менән бергә тыуып килгән Яңы йылыбыҙға ап - аҡ, изге теләктәр менән аяҡ баҫҡан дуҫтарым һәр кис мөғжизәле итеп яһалған боҙ майҙансыҡтарына, мөһабәт шыршы янына килә ала.
Сафтан - саф һауалы, илаһи тынлығы менән кинәндергән ҡышҡы кистә балалар ата - әсәләре менән фотоһүрәткә төшөү зоналарына барып, иҫтәлеккә фотоға төшә ала.
Благовещен районының һәр ауылындағы фотоһүрәт зоналарына Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыу, йыл символы - Сысҡан, төрлө әкиәт геройҙары килеп ҡунаҡлаған. Мәҫәлән, ҡала мәҙәниәт һарайы фойеһындағы, Иҫке Надеждиндың ауыл клубы янындағы фотоһүрәт зоналары үҙенең ябай ғына материалдарҙан эшләнеүе менән үҙенә иғтибарҙы йәлеп итә. Төрлө ағас киҫәге - таҡта, фанера, түмәр, ботаҡ, сыбыҡ, туҡыма, төҫлө еп - бау, һалабаш ҡулланған оҫталар, бар фантазияһын эшкә егеп уларҙы ижад иткән. Олоһоноң да, кесеһенен дә байрам кәйефе шәп булыуына тырышлыҡ һалған оҫталарҙы тик маҡтарға ғына ҡала.
Читайте нас: