Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Декабрь 2019, 10:35

Методик эштәр - номинацияла билдәләнде

Эш тәжрибәһенә таянған уҡытыусы

Өфөләге методик эштәр үҙәге Башҡортостан Республикаһының мәғариф үҫеше институты менән берлектә уҙған ноябрь айында "Финанс грамоталылығы" буйынса методик эштәргә республика конкурсын үткәрҙе.
Һәләтле педагогтарҙың уҡытыу оҫталығын, уларҙың инновацион эш тәжрибәһен асыҡлау маҡсатында ойошторолған был һынауҙа Благовещен ҡалаһындағы А.Я.Першин исемендәге 4 - се мәктәптән башланғыс класс уҡытыусыһы Светлана Новичкова ҡатнашты. Конкурска үҙ эштәрен тапшырған Светлана Леонидовна "Башланғыс дөйөм белем биреүҙә финанс грамоталылыҡты уҡытыу курстары буйынса методик эш", "Финанс грамоталылыҡ буйынса методик материалдарҙы презентациялау формаһы" тигән номинацияларҙа еңеп сыҡты.
Маҡтау ҡағыҙына, иҫтәлекле бүләккә лайыҡ уҡытыусының күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте юғары баһаланды.
Читайте нас: