Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2019, 11:10

Күңел асыу майҙансыҡтары әҙер

Уйнағыҙ, көлөгөҙ, һырғалаҡтан шыуығыҙ. Ҡыҫҡаһы, ыңғай энергия туплағыҙ!

Донъя мәшәҡәттәре арҡаһында кәйефегеҙ бер аҙ төшөңкөрәп торһа, арығанлыҡ тойһағыҙ, был хәлдән сығыу юлдарын эҙләргә кәрәк. Ыңғай энергияны ҡайҙан алырға?
Әлбиттә, төрлө уттар менән йым - йым балҡып торған йәшел шыршы майҙансығында! Балаларҙың шат тауыштары, күңелле музыка, көләс йөҙҙәр “һә” тигәнсе арығанығыҙҙы һыпырып алып ташлар.
Нуриман районының үҙәге Ҡыҙылъяр ауылында Яңы йыл шыршыһы майҙансығын асыу тантанаһы үтте. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторолған күңелле уйындар, йыр - бейеүҙәр берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Тантанаға байрам салюты айырыуса ҡыуаныс өҫтәне.
Бөгөн Яңы йыл байрамын үткәреү өсөн райондың 12 биләмәһенең дә күңел асыу майҙансыҡтары әҙер. Яңы йыл шыршыһы янына килегеҙ! Уйнағыҙ, көлөгөҙ, һырғалаҡтан шыуығыҙ. Ҡыҫҡаһы, ыңғай энергия туплағыҙ!
Читайте нас: