Халыҡ бейеүҙәрен яратып башҡарған балаларҙы төрлө халыҡтар бейеүенә тәрән һөйөү, уға оло хөрмәт берләштерҙе.7 йәштән 17 йәшкә тиклемге ике категорияға ҡараған балалар араһында барған конкурс дәртле, лирик бейеүҙәре менән бер тында үтеп тә китте. "Креатив", "Радуга" ансаблдәре 2 - 3 урынға сыҡһа, ә "Грация", "Вдохновение" бейеүселәре 1 - се урын яуланы. Балаларҙы бейергә өндәгән, төрлө милләт халыҡтарының бейеү сәнғәтен ихтирам итеүгә өйрәткән ансамбль етәкселәре А.Цибульская, Г. Ҡарасурина, Г. Ғилманшина, Е.Коротковаларҙың тынғыһыҙ, әммә һөҙөмтәле хеҙмәте лә билдәләнде. Ансамблдәр менән бергә уларға ла маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.