Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2019, 13:50

Театр йылына йомғаҡ яһалды

Иглин район мәҙәниәт йортонда театр йылы ябылыуға арналған тантаналы сара уҙҙы

Театр сәнғәтен һөйөүселәрҙең хәтерендә уҙып барыусы йыл ун туғыҙ ауыл биләмәһе үҙешмәкәр театр коллективтарының сағыу сығыштары менән иҫтә ҡала. «Театраль битлек» район конкурсы шулар араһынан иң яҡшыларҙы асыҡланы. Бәйгелә «Максимум» өлгөлө балалар коллективы, Меңйетәр ауылы мәҙәниәт йортонда эшләп килгән «Балкыш» - башҡорт, Оло-Тәләктән «Надежда» («Өмөт») урыҫ халыҡ театрҙары еңеү яуланы.
Әйтергә кәрәк, Оло-Тәләк үҙешмәкәрҙәре Борис Васильевтың «А зори здесь тихие» («Ә бында таңдар тыныс») спектакле менән театр йылын асҡан ине, уны ябыу ҙа уларға ышанып тапшырылды. Оло-Тәләктәр Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» пьесаһын сәхнәләштерҙе.
Иглин районы хакимиәте башлығы Николай Самойленко актерҙарҙың сығышын юғары баһаланы. Ул үҙешмәкәр артистарға, бейеүселәргә, йырсыларға, музыканттарға, мәҙәниәт йорттары, клуб хеҙмәткәрҙәренә Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Читайте нас: