Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2019, 16:30

ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлек

Ҡыҙыл Шишмә паркында ойошторолған экскурсия конференцияла ҡатнашыусыларҙың күңелендә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы

​Ер йөҙөндә тыныслыҡ идеяларын алға һөргән, әхлаҡи һәм рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлап алып ҡалыуҙа, үҫтереүҙә, таратыуҙа ҙур роль уйнаған Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына ҡараған ЮНЕСКО менән Рәсәй Федерацияһының 260 - лап мәктәбе хеҙмәттәшлек итә. Башҡортостан мәктәптәре лә ЮНЕСКО клубтары менән тығыҙ бәйләнештә тора.
​БМО - ның “Мәғариф - 2030” программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә һәм Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейы уңайы менән Нуриман районының Ҡыҙыл Шишмә урта дөйөм белем биреү мәктәбендә “Мин донъяны танып беләм” исемле фәнни – ғәмәли конфернция үтте. Был сараны Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитет ярҙамы менән Нуриман районы мәғариф идаралығы һәм Ҡыҙыл Шишмә урта дөйөм белем биреү мәктәбе ойошторҙо.
​Конференцияның маҡсаттары түбәндәгеләр ине:
- уҡыусыларҙың фәнни эҙләнеү эштәрен киң йәйелдереү;
- йәмғиәтебеҙҙең интеллектуаль потенциалын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү;
- һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм артабан да улар менән хеҙмәттәшлек итеү.
Конференция эшендә район администрацияһы башлығының социаль эштәр буйынса урынбаҫары М. Р. Әхтәмйәнова, мәғариф идаралығы етәксеһе Г. Ш. Мырҙаҡаева, Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының баш белгесе Л. М. Богуславская, республикабыҙҙың мәғарифты үҫтереү институтының кафедра мөдире, биология фәндәре кандидаты Э. В. Бәширова, БДУ доценты Д. И. Әхмәтйәнов ҡатнашты.
Фәнни эҙләнеү эштәре менән район мәктәптәренән тыш Өфө, Сибай ҡалалары, Кушнаренко, Шаран, Бәләбәй райондарының йәш ғалимдары сығыш яһаны.
Ҡыҙыл Шишмә паркында ойошторолған экскурсия конференцияла ҡатнашыусыларҙың күңелендә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Читайте нас: