Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Декабрь 2019, 12:10

Яҡташыбыҙ - төбәк лидеры

Уның Иглин районы тормошо, кешеләре, уларҙың ҡаҙаныштары тураһында һөйләгән йөҙләгән сюжеттары БСТ каналының төрлө тапшырыуҙарында донъя күрҙе

Иглин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Әнәс Вәлиуллин «Төбәк лидерҙары -2019» милли телевизион премияһының «Һөнәргә тоғролоҡ» номинацияһында лауреат булды.
Ул инде күп йылдар Башҡортостан юлдаш телевидениеһының (БСТ) штаттан тыш хәбәрсеһе. Әнәс Ғабдулла улының был өлкәләге эшсәнлеге 1996 йылға барып тоташа. Шул ваҡыттан алып яҡташыбыҙҙың Иглин районы тормошо, кешеләре, уларҙың ҡаҙаныштары тураһында һөйләгән йөҙләгән сюжеттары каналдың төрлө тапшырыуҙарында донъя күрҙе.
Читайте нас: