Өфө халҡы һәм ҡунаҡтарына - үҙенсәлекле байрам бүләге: БСТ телеканалы ярҙамында Яңы йыл видеоҡотлауы төшөрөргә мөмкин. Бының өсөн яңы йыл каникулдарында Ҡунаҡһарайҙа үтәсәк «TERRA ZIMA» фестиваленә барырға кәрәк. Сауҙа комплексында телеканал төркөмө байрамса биҙәлгән майҙансыҡ ойоштора. Унда һәр теләгән кеше туғандары һәм яҡындарын ҡотлап видеоға төшә ала. Ҡотлауҙар шул көндө үк Бәйләнештә селтәрендә беҙҙең төркөмгә ҡуйыласаҡ. (https://vk.com/bash_tv)