Йәйғор
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ғинуар 2020, 17:00

Халыҡ-ара турнирҙа лайыҡлы сығыш

Иглин спортсылары еңеү артынан еңеү яулай

«Тайфун» көрәш клубы тәрбиәләнеүселәре Регина Ғабдрахимова һәм Вячеслав Зәйнетдинов “Еңелмәҫ” ҡатнаш бергә-бер көрәш буйынса VIII Асыҡ халыҡ-ара турнирҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.
Ярыштар десант ғәскәрҙәренең махсус тәғәйенләнештәге төркөмө командиры, Рәсәй Геройы, гвардия капитаны Дмитрий Васильевич Жидков иҫтәлегенә арналды. Түбән Новгород өлкәһе Бор ҡалаһында үткән бәйгелә Рәсәйҙең егерменән артыҡ төбәгенән 250 спортсы көс һынашты.
Сығыш йомғаҡтары буйынса республиканың ҡыҙҙар командаһы беренсе урынға сыҡты. Шәхси беренселектә Иглин көрәшселәре Регина һәм Вячеслав үҙ йәш һәм ауырлыҡ категорияларында өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Йәш спортсылар армия ҡул һуғышы буйынса спорт мастеры, тай боксы һәм бөтә стиль каратэ буйынса спорт мастерлығына кандидат Алексей Яценко етәкселегендә шөғөлләнә.
Читайте нас: