Һалҡындар башланыу менән малайҙар ауыл эргәһендәге быуа боҙын таҙартып, хоккей майҙансығы эшләй. Көн буйына бында күңелле бала-саға тауыштары тынмай – малайҙар хоккей уйнай. Хоккей командалары араһында ярыштарҙы элекке физкультура уҡытыусыһы, әлеге ваҡытта “Шәйхулла” мәсетенең имам-хатибы Илдар хәҙрәт Нуриев ойоштора. Ул ауыл халҡының рухи үҫешен дә ҡайғырта, ауылдаштарының, бигерәк тә йәш быуындың, физик һаулығын нығытыу өҫтөндә лә эшләй.