Иглин районы үҙидара органдарының эшен республика етәкселеге юғары баһаланы.
Муниципалитет 2019 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Башлығының 5 миллион һум күләмендәге грантына лайыҡ булды. Был турала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә төбәк Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
Аҡсаны урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтеү планлаштырыла.