Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ғинуар 2020, 15:00

Линарға өҫтәл теннисы оҡшай

Республика кимәлендәге бронза призер

Благовещен ҡалаһындағы М Киняшов исемендәге 6 - сы мәктәптә 2 - се класта уҡыған һәм балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тырыш тәрбиәләнеүсеһе булған Линар Бүләковҡа ҡарап һоҡланырлыҡ.
Бар ергә лә өлгөр, сәмсел, уңған егеттең яулаған уңыштары ла байтаҡ. Яңы йылдың тәүге көндәре лә уға уңыш килтерҙе. Өҫтәл теннисы менән етди шөғөлләнгән Линар балалар һәм үҫмерҙәр араһында Өфөлә уҙған республика ярыштарында ҡатнашты.Төрлө тарафтарҙан килгән 100 спортсы, 2011 йылда тыуған балалар араһында Линар Бүләков бронза призеры исеменә лайыҡ тип танылды.
- Минең ҡул аҫтында өҫтәл теннисы менән икенсе йыл етди шөғөлләнгән Линарҙы мин тик маҡтап телгә алам.Көсөргәнешлебыл уйын төрөн үҙ иткән егет бәләкәй туп һәм ракеткаларҙы ҡулында еңел генә йөрөтөп уйнай, күнекмәләрҙә лә етди шөғөлләнә. Республика кимәлендә үҙ йәштәштәре араһында уның яуланған еңеүе быны асыҡ дәлилләй, - тип һөйләне тренер Фәнүзә Таһирйән ҡыҙы Исҡарова.
Читайте нас: