Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2020, 11:00

Аҡ күңелле табип

Сәләмәтлек бүләк иткән Закиров

Кеше саҡ ҡына ауырый башлау менән табиптарға мөрәжәғәт итә. Күңелендә кешеләрҙе яратыу, мәрхәмәтлек һәм изгелек кеүек матур тойғолар йәшәткән оло йөрәкле табип Риф Закиров кеүектәр беҙгә һүҙ, дарыу, йылмайыу, иғтибар менән дауа өләшә.
Тыумышы менән Балтас районының Ураҙай ауылынан булған Риф ағай күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә.Үҙ тырышлығы менән Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған егет 1973 йылдан бирле кеше һаулығы һағында ныҡлы тора. Хеҙмәт юлын Белорет ерендә башлап ебәргән егет, ошо тауҙар илендә һөйгән йәре - Зиләһен осратып, артабанғы тормошон Благовещен районы менән ғүмерлеккә бәйләй.1978 йылда йәш терапевт Бедеево Поляна ауыл участка дауаханаһына эшкә килә.1980 йылдан бөгөнгәсә Риф Рәхим улы Закиров ошо дауахананың баш табибы булып намыҫлы эшләй, ошо район халҡын ихлас дауалай. Меңәрләгән кешенең ғүмере өсөн яуап тотҡан табип Закировҡа гинеколог, дөйөм практика табибы эшенең нескәлектәренә лә төшөнөргә тура килә. Быға уны участка дауаханаһының үҙәк район дауаханаһынан йыраҡ урынлашыуы, табиптарҙың бармаҡ менән генә һанаулы булыуы, төрлө сирлеләрҙең күп булыуы этәрә. Бер ҡасан да яңылыҡтан, төрлө ауырлыҡ - һынауҙарҙан ҡурҡмаған Риф Закиров өсөн ғаиләһе, балалары, ейәндәре ныҡлы ҡанат булып, алға көс биреп тора.
Медицина өлкәһендә эшләгән үҙенең, ҡатынының, улы Иректең дөйөм эш стажын бергә иҫәпләп ҡарап та, уны 100 йылға яҡын тип әйтеп була.
Ғинуар башында күркәм юбилейы - 70 йәшен тултырылған ир - уҙаманы булған Риф Рәхим улы Закировтың алға пландары бихисап. Нисек тә ауыл халҡы өсөн бик кәрәк булған дауахананы һаҡлап ҡалырға, бинаға капиталь ремонт үткәрергә, заманса ҡорамалдар һатып алырға. Кешеләргә изгелекле, ярҙамсыл, ғүмере буйы һайлаған һөнәренә тоғро ҡалған, эше өсөн янып йәшәгән хөрмәтле Риф Закировҡа рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек.Уға имәндәй ныҡлы һаулыҡ, өлөшлө ғүмер иртәләре, бәрәкәтле мул тормош, дәрт - дарман, бейек үрҙәр теләйек. Ул быға ысынлап та, хаҡлы.
Читайте нас: