Йәйғор
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2020, 16:00

Покровка музейында - боронғо открыткалар

Уҡытыусы йыйған коллекция

Ғүмерен балаларға немец теле нескәлектәрен төшөндөрөүгә бағышлаған, инде мәрхүм булған хөрмәтле уҡытыусы Зинаида Никифоровна Куприянова йыйған боронғо открыткалар Благовещен районының Покровка ауыл музейында һаҡлана.
30 йыл дауамында йыйылған, төрлө байрамдарға бағышланған төҫлө открыткалар тупланмаһын музейға уның ҡыҙы Светлана Геннадьевна тапшырған.
- Беҙҙең бала саҡты, йәшлек йылдарын хәтерләткән открыткаларҙы ҡулға алыу үҙе бер кинәнес. Хәҙер генә рәхәткә сыҡтыҡ. Смс - хәбәр яҙып ҡотлайбыҙ ҙа, тынысланабыҙ, онотабыҙ.Элекке үҙ ҡулың менән яҙғаны күпкә ҡәҙерлерәк, минеңсә. Уны яҙған кеше яҡынына тик йылы хис - тойғоһон, изге теләген еткерергә тырышҡан.Почтаға һинең исемгә килгән открытканы алып уҡыу үҙе бер матур кисереш була торғайны. Коллекцияла иң боронғо 1955 йылғы открытка ла бар,- тип һөйләне музей етәксеһе Тәнзилә апай Искәндәрова.
"Заман башҡа - заң башҡа" тигәндәй, йәшәйештең һәр осорона тап булған ҡанундар бар. Бөгөнгө быуын вәкилдәре тап ошо открыткаларҙы аптырабыраҡ, һүрәт ҡарағандай ғына ҡарап сыға.Һәр каникулға ауылға өләсәһе янына ялға ҡайтҡан Алена Решетникова музейға йыш килә. Ҡыҙыҡһыныусан ҡыҙ бындағы экспонаттар менән таныша. Һуңғы тапҡыр килгәнендә ул нисәмә быуын балалар тәрбиәләгән уҡытыусы иҫтәлеккә ҡалдырған, заманына күрә мәғәнәле, сағыу, матур открыткалар менән танышты.
Читайте нас: