Йәйғор
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ғинуар 2020, 17:10

Берҙәмлектә - көслөләр

Изге ғәмәлдәр ҡылайыҡ

Благовещен ҡалаһындағы "Таңсулпан" мәсетенең имам - ахунды Ринат Хөсәйен улы Кирәевты халыҡ башҡаларҙы артынан эйәртә алырлыҡ, үҙенең төп әйтер фекере булған, хөрмәтле дин әһеле булараҡ белә.
Яҡшы ойоштороусы булған, мәғрифәт эштәрен йылдар дауамында әүҙем алып барған, рухиәтте үҫтереүгә бар көсөн һалған имам етәкселегендә мәсеттә дини байрамдар үтә, йәштәргә никах уҡыла, яңы тыуған сабыйҙарға исем ҡушыла, әруахтар иҫтәлегенә ҡөрьән аяттары уҡыла, мәрхүмдәр һуңғы юлға оҙатыла. Ринат Хөсәйен улы зәҡәт ойоштороп, эшҡыуарҙарҙы йәлеп итеп, мохтаждарға ярҙам итеүҙе лә онотмай. Әлеге мәлдә Рәйлә абыстай Фәйзуллина тарафынан мәсеттә теләүселәр өсөн ғәрәпсә Ҡөрьән нигеҙҙәрен өйрәнеү курстары эшләй башлаған. Изге ғәмәлдәр генә ҡылырға өндәгән иман йортоноң эсе һәр саҡ йыйнаҡ, һәр миҙгелдә лә бинаның тирә - яғы бөхтә итеп йыйыштырыла. Венера абыстай Кирәева етәкселегендә башҡа дин әһелдәре бергәләп, уның тышҡы күренешен йәмләп, яҙҙан көҙгәсә сәскәләр, ҡыуаҡтар үҫтерә.
Бына шулай берҙәм булғанда, изге ғәмәлдәр ҡылып, матур уйҙар менән йәшәү көнитмешебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнер.
Читайте нас: