Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2020, 10:35

Изге эш

Нуриман районы халҡы төҙөкләндереү, юлдарҙы, социаль объекттарҙы тәртиптә тотоу, таҙалыҡ булдырыу буйынса ҙур эштәр алып бара

​Нуриман районының Иҫке Исай ауыл биләмәһе халҡы төҙөкләндереү, юлдарҙы, социаль объекттарҙы тәртиптә тотоу, таҙалыҡ булдырыу буйынса ҙур эштәр алып бара.
​Әлеге көнгә тиклем Иҫке Исай ауылы зыяратын кәртәләп алыу көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала килде. Үткән йылдарҙа ауыл халҡы был эште үҙ көсө менән башҡарырға ниәтләп ҡараны, әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында маҡсат тормошҡа ашырыла алманы.
​2016 йылдан урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында әүҙем ҡатнашып килгән ауыл биләмәһе халҡы быйыл үҙенең йыйылышында зыяратты сифатлы итеп кәртәләп алыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Шулай уҡ аҡса йыйыу, уның суммаһы кеүек мәсьәләләр ҙә ҡаралды.Ауылдаштарҙың ҡайһы берәүҙәре үҙ техникаһы менән ярҙам итәсәге хаҡында белдерҙе.
​Баҡыйлыҡҡа киткәндәрҙең мәңгелек йорто хаҡында хәстәрлек күреү – тереләрҙең изге бурысы. Быны оноторға ярамай.
Читайте нас: